

“Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙнаһы-2021: киләсәккә инвестиция” форумы сиктәрендә Башҡортостанда Ҡаҙағстан Хөкүмәте Премьер-министры Аскар Мамин етәкселегендә рәсми сәфәр менән ҙур делегация булып ҡайтты.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Ҡаҙағстан Хөкүмәте Премьер-министры Асҡар Мамин милли геройыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәленә сәскәләр һалды.
Форум сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Ҡаҙағстандың Премьер-министры Аскар Мамин ҡатнашлығында ике республиканың предприятиелары хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙәргә ҡул ҡуйҙы. Өфө менән Нурсолтан ҡалалары араһында тура авиация бәйләнеше булдырыу тураһында һәм башҡа йүнәлештәр буйынса һөйләшеүҙәр барҙы.
2021 йылдың ун айы йомғаҡтары буйынса беҙҙең республикалар араһында сауҙа әйләнеше 330 миллион АҠШ доллары тәшкил иткән. “Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙнаһы” форумы майҙансығында сығыш яһап, Асҡар Мамин: “Башҡортостан менән Ҡаҙағстан араһындағы сауҙа әйләнеше йылына бер миллиард долларға етергә тейеш”, – тине.
Билдәле булыуынса, сентябрҙә республика делегацияһы Ҡаҙағстанға барып ҡайтҡайны. Күршеләрҙең әлеге визиты ике-ара бәйләнештәрҙе тағы ла нығыта.