+21 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
17 Декабря 2021, 11:44

“Омикрон” донъяла ҙур тиҙлек менән тарала

Донъяла коронавирустың “омикрон” төрөнөң таралыу тиҙлеге хәүеф уята. Роспотребнадзор етәксеһе Анна Попова “РИА Новости” мәғлүмәт агентлығына шулай тип белдерҙе.

“Омикрон” донъяла ҙур тиҙлек менән тарала“Омикрон” донъяла ҙур тиҙлек менән тарала
“Омикрон” донъяла ҙур тиҙлек менән тарала

Донъяла коронавирустың “омикрон” төрөнөң таралыу тиҙлеге хәүеф уята. Роспотребнадзор етәксеһе Анна Попова “РИА Новости” мәғлүмәт агентлығына шулай тип белдерҙе.

Ул Великобританияла, Африкала көн һайын өҫтәлеүсе ковид-ауырыуҙарҙың 75 процентында “омикрон” асыҡланыуын, Көньяҡ Африкала ла шундай уҡ хәл күҙәтелеүен билдәләне. “Сирҙең таралыу темпы хафаландыра”, – тине Анна Попова.

Бер көн алда ғына Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Татьяна Голикова илебеҙҙә “омикрон” 25 пациентта асыҡланыуы хаҡында хәбәр иткәйне.

Коронавирустың яңы варианты тәү башлап Ботсванала һәм Көньяҡ Африка Республикаһында ноябрь уртаһында табылды. Вирустың был төрөндәге S-аҡһымда тиҫтәләгән үҙгәрештәр бар, ул иң тәүҙә көсһөҙ иммунитетлы, бәлки, ВИЧ йоҡторған кешелә үҫешкәндер, тип фараз ителә.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас