+13 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
17 Декабря 2021, 09:58

Эш хаҡы, пенсия һәм башҡа түләүҙәр

Яңы йыл алдынан Рәсәй халҡына пенсия аҡсалары, ғинуар өсөн эш хаҡы, премия һәм пособиелар ҙа түләнәсәк. Был хаҡта үҙәк баҫмаларға Дәүләт Думаһының хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитет ағзаһы Светлана Бессараб белдергән.

Эш хаҡы, пенсия һәм башҡа түләүҙәрЭш хаҡы, пенсия һәм башҡа түләүҙәр
Эш хаҡы, пенсия һәм башҡа түләүҙәр

Яңы йыл алдынан Рәсәй халҡына пенсия аҡсалары, ғинуар өсөн эш хаҡы, премия һәм пособиелар ҙа түләнәсәк. Был хаҡта үҙәк баҫмаларға Дәүләт Думаһының хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитет ағзаһы Светлана Бессараб белдергән.

Уның билдәләүенсә, кемдәрҙең аванс алыу ваҡыты 1-10 ғинуар арауығына тура килә,улар эш хаҡын да, премия һәм 13-сө эш хаҡын да Яңы йыл байрамдары алдынан аласаҡ. Бынан тыш хаҡлы ялдағыларға ла ғинуар өсөн пенсия байрам алдынан түләнә.

Депутат билдләүенсә, балаларға яңы йыл бүләктәре тапшырыу, күп балалы ғаиләләргә һәм ветерандарға ярҙам да ошо осорҙа ойоштороласаҡ.

Бынан алда Дәүләт Думаһының хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты  оло йәштәгеләрҙең пенсияһын йылда   яңы йыл алдынан  түләү тәҡдимен индерҙе.Уға инфляция һәм байрамда аҡсалар ғәҙәттәгенән  күберәк сарыф ителә тигән аңлатма бирелгән.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас