+16 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
17 Декабря 2021, 03:50

Депутаттар яңы йыл байрамдарында алкоголь һатыу режимын үҙгәртте

Башҡортостан Республикаһы – Дәүләт Йыйылышы депутаттары яңы йыл каникулдарында иҫерткес эсемлектәр һатыу режимына үҙгәрештәр индергән закон ҡабул итте.

Депутаттар яңы йыл байрамдарында алкоголь һатыу режимын үҙгәрттеДепутаттар яңы йыл байрамдарында алкоголь һатыу режимын үҙгәртте
Депутаттар яңы йыл байрамдарында алкоголь һатыу режимын үҙгәртте

Башҡортостан Республикаһы – Дәүләт Йыйылышы депутаттары яңы йыл каникулдарында иҫерткес эсемлектәр һатыу режимына үҙгәрештәр индергән закон ҡабул итте.

«Тәүҙә Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы ғинуар башында алкоголде ваҡлап һатыуға өҫтәмә сикләүҙәрҙе бөтөрөргә тәҡдим иткәйне. Әммә граждандарҙың мөрәжәғәттәрен төрлө яҡлап тикшергәндән һуң, сикләүҙәрҙе йомшартырға тигән ҡарар ҡабул ителде. 3 ғинуарҙа республикала ғәмәлдә булған алкоголь һатыуҙы тулыһынса тыйыу бөтөрөлә. Бынан тыш, 4-6 ғинуарҙа һатыу ваҡыты оҙайтыла», - тип белдерҙе Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.

Яңы йыл каникулдарында Башҡортостанда алкоголь продукцияһы нисек һатыла:

1 ғинуарҙа – иртәнге сәғәт 8-ҙән төнгө 11-гә тиклем

2 ғинуарҙа – иртәнге сәғәт 8-ҙән төнгө 11-гә ҡәҙәр

3 ғинуарҙа – иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 5-кә тиклем

4 ғинуарҙа – иртәнге сәғәт 10-дан киске 5-кә ҡәҙәр

5 ғинуарҙа – иртәнге сәғәт 10-дан киске 5-кә тиклем

6 ғинуарҙа – иртәнге сәғәт 10-дан киске 5-кә ҡәҙәр

7 ғинуарҙа – иртәнге сәғәт 8-ҙән төнгө 11-гә тиклем

8 ғинуарҙа – иртәнге сәғәт 8-ҙән төнгө 11-гә ҡәҙәр

9 ғинуарҙа – иртәнге сәғәт 8-ҙән төнгө 11-гә тиклем.

 

Автор:
Читайте нас