

Өфөлә уҙған халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығында билдәле алып барыусы, биш бала әсәһе Мария Ситтель дә ҡатнашты. Танылған алып барыусының "Халыҡ-ара кооперация. Донъяны һәр береһенә асып" пленар сессияһында сығыш яһауы сараға тағы ла йәнлелек өҫтәне. Уның Башҡортостан хаҡындағы фекерҙәре күптәрҙе һоҡландырҙы.
“Башҡортостан минең өсөн – бал, һауа, тауҙар иле, – тине ул, хәбәрселәрҙең һорауҙарына яуап биргәндә. – Бында ҡунаҡсыл тәбиғәтле, ҡояштай һоҡланғыс халыҡ йәшәй. Мин кешене һәр ваҡыт тәрәнерәк белергә тырышам, уның тыуған төйәге, тамырҙары менән бәйләнешен тойор өсөн күҙҙәренә ҡарайым, иғтибарлап тыңлайым. Шуға ла оҙаҡ йылдар ошо ерҙә ғүмер иткән халыҡ менән аралашыу, уларҙы тыңлау минең өсөн оло мәғәнәгә эйә”.
Республикабыҙға беренсе тапҡыр килгән алып барыусы Башҡортостан хаҡында матур тәьҫораттары менән бүлешеп кенә ҡалманы, үҙе хаҡында ла ҡанатланып һөйләне. "Мин мәғлүмәт тармағында ике тиҫтә йыл эшләйем, күпте белһәм дә, яңылыш онотоп, кеше алдында юғалып ҡалмаҫ өсөн һәр көнгә, һәр эфирға, һәр темаға тәфсирләп әҙерләнәм. Ҡайҙа йөрөйһөң, шул ерҙең ғөрөф-ғәҙәтен, мәҙәниәтен өйрәнеү мотлаҡ. Баштағы мәғлүмәтте яңыртып, байытып тороуҙы айырыуса мөһим һанайым”, – тине республика ҡунағы Мария Ситтель.