

“Халыҡ-ара бизнес аҙнаһы” сиктәрендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Тунис Республикаһының Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы вәкиле Тарак Бен Салем менән осрашты. Сарала шулай уҡ Башҡортостан тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева, Башҡортостан Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Ринат Фәтҡуллин һәм Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Өфөләге вәкиле Венер Ғәлиәкбәров ҡатнашты.
Осрашыуҙа Башҡортостан һәм Тунис араһындағы сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек йүнәлештәре тикшерелде. Әлеге мәлдә республикалар араһындағы тауар әйләнеше яҡынса 7,9 миллион АҠШ доллары тәшкил итә. Уның төп өлөшө – республика экспорты. Быйыл ун ай эсендә экспорт былтырғы йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда 5,5 тапҡырға артҡан. Кәңәшмәлә үҙ-ара файҙалы сауҙа мөнәсәбәттәрен үҫтереү мөмкинлеге булыуы билдәләнде.
– Беҙҙең хеҙмәттәшлекте органик булмаған химия, ағастан изделиелар, целлюза-ҡағыҙ сәнәғәте продукцияһы, шулай уҡ агросәнәғәт комплексы өлкәһендә: иген һәм ашламалар экспортлау буйынса киңәйтергә мөмкин, – тине Андрей Назаров.
Тунис Республикаһының Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы вәкиле Тарак бен Салем хеҙмәттәшлек өсөн башҡа йүнәлештәр ҙә булыуын өҫтәне. Мәҙәниәт өлкәһендә, мәғариф программалары буйынса, шулай уҡ туризм тармағында хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлеген билдәләне.
Осрашыуға йомғаҡ яһап, республикабыҙ Премьер-министры Башҡортостан менән Тунис араһында хеҙмәттәшлектең үҙ-ара файҙалы буласағына ышаныс белдерҙе.
Фото Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.