+23 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
16 Декабря 2021, 07:30

“Спутник М” – үҫмерҙәр өсөн ковидҡа ҡаршы вакцина

Яҡын арала республикаға 12 йәштән 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр өсөн тәғәйен яңы “Спутник М” вакцинаһы килтереләсәк.

“Спутник М” – үҫмерҙәр өсөн ковидҡа ҡаршы вакцина“Спутник М” – үҫмерҙәр өсөн ковидҡа ҡаршы вакцина
“Спутник М” – үҫмерҙәр өсөн ковидҡа ҡаршы вакцина

Яҡын арала республикаға 12 йәштән 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр өсөн тәғәйен яңы “Спутник М” вакцинаһы килтереләсәк. Был турала Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың бөгөнгө ултырышында республика Хөкүмәте вице-премьеры – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итте.

 “Спутник М” “Спутник V” вакцинаһы нигеҙендә эшләнгән, тик уның “көсһөҙләндерелгән варианты”. Шулай уҡ ике компоненттан тора: тәүгеһен яһатҡандан һуң 21 көн үткәс, икенсеһе эшләнә.

Әгәр үҫмергә 15 йәш тулған икән, прививка яһатыу хаҡындағы ҡарарҙы ул үҙе ҡабул итә ала. 15 йәштән бәләкәйерәктәргә вакцина эшләү өсөн ата-әсәһенең йәки законлы вәкиленең ризалығы кәрәк.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас