

Өфөлә әле барған “Халыҡ-ара бизнес аҙнаһы" сиктәрендә Башҡортостан экспортерҙарын интернет-сауҙаның ҡулай алымдары менән таныштырҙылар.
– Әле Башҡортостанда 300-гә яҡын эшҡыуар сит илдәр менән интернет аша сауҙа итә, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды “Башҡортостан Республикаһының Экспортҡа ярҙам итеү үҙәге” директоры Илдус Хәлитов. – Улар виртуаль сауҙа майҙандарында тиҫтәләгән мең тауар ҡуйған. Киләһе йылда интернет-экспортерҙар һанын 500-гә еткерергә йыйынабыҙ. Был йүнәлештә шул иҫәптән Төркиә менән әүҙем эшләйбеҙ, ағас эшкәртеү, аҙыҡ-түлек тауарҙары буйынса һәм башҡа махсуслаштырылған майҙансыҡтарҙы үҙләштерәбеҙ.
Һөйләшеүҙә ҡатнашыусылар Башҡортостандың Рәсәйҙә интернет-сауҙа буйынса лидерҙарҙың береһенә әйләнә барыуын билдәләне һәм уларға үҙ ярҙамын тәҡдим итте.
Сәнәғәтселәрҙең һәм эшҡыуарҙарҙың Рус-Азия Союзы вице-президенты Анна Фомичева Союздың күп ярҙамсы материалдар ҡуйылған махсус интернет-ресурсы тураһында һөйләне. “Рәсәй почтаһы”ның электрон коммерция буйынса “Волга” макротөбәге директоры урынбаҫары Павел Сергеев “Амазон” майҙанында эшләү үҙенсәлеге менән таныштырҙы. Коммерция структуралары вәкилдәре сит телдәрҙәге маркетплейстар, социаль селтәрҙәр, үҙҙәренең сайттары тураһында бәйән итте.