-2 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
16 Декабря 2021, 03:55

“Renault Fluence” машинаһындағы ике кеше үлгән

Бөгөн төндә үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Renault Fluence” машинаһындағы ике кеше үлгән“Renault Fluence” машинаһындағы ике кеше үлгән
“Renault Fluence” машинаһындағы ике кеше үлгән

Бөгөн төндә үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

Дүртөйлө районында, Дүртөйлө-Нефтекама юлының 25 саҡрымында, йөк машинаһы менән Renault Fluence автомобиле төкөшкән.

“ГАЗ” йөк машинаһы руле артында 51 йәшлек Өфө кешеһе була, ә еңел машинаны Удмурт Республикаһында йәшәгән 28 йәшлек егет йөрөтөп барған.

Аварияла сит ил машинаһының водителе һәм пассажир ҡатын урында йән биргән.

Әле дәүләт автоинспекцияһы инспекторҙары юл-транспорт ваҡиғаһына алып килгән сәбәптәрҙе асыҡлай.

Автор:
Читайте нас