

Был турала яңы коронавирус инфекцияһы менән көрәш буйынса оператив штаб ултырышында республика мәғариф министры Айбулат Хажин белдерҙе.
Башҡортостан мәктәптәрендә яңы йыл каникулдары 31 декабрҙән 16 ғинуарғаса дауам итәсәк. Йәғни уҡыусылар дүшәмбе, 17 ғинуарҙа, мәктәпкә бара.
«Республиканың белем биреү учреждениеларында киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм грипп буйынса ҡатмарлы хәл килеп тыуҙы, 62 339 уҡыусы, 1 083 уҡытыусы сирләй. Шулай ҙа яңы йыл каникулдары киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыу күрһәткестәрен ярайһы уҡ кәметергә мөмкинлек бирер, тип иҫәпләйҙәр Роспотребнадзорҙа», — тине ведомство башлығы.
Әйткәндәй, Рәсәйҙең күпселек төбәктәрендә уҡыусыларҙың яңы йыл каникулдары иртәрәк — 27 декабрҙә башлана. Балалар 10 ғинуарҙа уҡырға бара.
Бынан алдараҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика мәктәптәрендә COVID-19 таралыуы сәбәпле каникул тағы бер аҙнаға оҙайтылыуы мөмкин тип билдәләгәйне.