+7 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
16 Декабря 2021, 04:00

Башҡортостан Башлығы яңы прокурор менән осрашты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың яңы прокуроры Игорь Пантюшин менән осрашты.

Башҡортостан Башлығы яңы прокурор менән осраштыБашҡортостан Башлығы яңы прокурор менән осрашты
Башҡортостан Башлығы яңы прокурор менән осрашты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың яңы прокуроры Игорь Пантюшин менән осрашты.

Билдәле булыуынса, Рәсәй Президенты үҙенең 2021 йылдың 8 декабрендәге Указы менән Игорь Пантюшинды Башҡортостан Республикаһы прокуроры итеп тәғәйенләгәйне.

– Һеҙҙе вазифаға тәғәйенләнеү менән ҡотларға рөхсәт итегеҙ. Республика прокуратураһы етәкләү – оло яуаплылыҡ. Башҡортостан – Рәсәйҙең ҙур һәм мөһим төбәге. Бында дүрт миллиондан ашыу кеше йәшәй. Иҡтисадыбыҙ ныҡлы, үҫеш тә ҡеүәтле беҙҙә, - тине Радий Хәбиров. - Башҡортостан – күп милләтле республика. Бында 150-нән ашыу милләт вәкиле дуҫлыҡта килешеп йәшәй. Прокуратураға килгәндә, ул - бик һөҙөмтәле орган. Беҙҙең эшебеҙ ҙә уртаҡ, сөнки халыҡ мәнфәғәттәре иң алда тора. 

– Игорь Станиславович – прокуратураның тәжрибәле, белемле, һөнәри яҡтан әҙерлекле етәксеһе. Уны шәхсән оҙаҡ йылдар беләм, бик әҙәпле кеше, тип ышаныслы әйтә алам. Һеҙгә Башҡортостанда уңыштар теләйем! – тине осрашыуҙа ҡатнашҡан Рәсәй Генераль прокуроры урынбаҫары Николай Шишкин.

Белешмә: Игорь Станиславович Пантюшин 1966 йылда Тамбов өлкәһендә тыуған. 1991 йылда Воронеж дәүләт университетын тамамлай, хеҙмәт юлын Липецк өлкәһенең Грязинский район-ара прокуратураһында башлай, 2003 – 2013 йылдарҙа Липецк өлкәһе прокуроры була, ә 2013 йылдан – Владимир өлкәһе прокуроры.   

Башҡортостан Башлығы яңы прокурор менән осрашты
Башҡортостан Башлығы яңы прокурор менән осрашты
Башҡортостан Башлығы яңы прокурор менән осрашты
Башҡортостан Башлығы яңы прокурор менән осрашты
Автор:
Читайте нас