+22 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
16 Декабрь 2021, 12:25

“Алға” йылдам үҫешкән иҡтисади зона

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров былтыр төҙөлгән “Алға” иҡтисади зонаһының эшенә үҙ баһаһын бирҙе. Ул Рәсәйҙә, V Милли рейтинг мәғлүмәттәре буйынса  бик йылдам үҫешкән зона булараҡ танылған.

“Алға” йылдам үҫешкән иҡтисади зона“Алға” йылдам үҫешкән иҡтисади зона
“Алға” йылдам үҫешкән иҡтисади зона

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров былтыр төҙөлгән “Алға” иҡтисади зонаһының эшенә үҙ баһаһын бирҙе. Ул Рәсәйҙә, V Милли рейтинг мәғлүмәттәре буйынса  бик йылдам үҫешкән зона булараҡ танылған.

Радий Фәрит улы әйтеүенсә, Башҡортостан һуңғы йылдарҙа инвестициялар йәлеп итеү өсөн бик күп эшләгән. Был төрлө кимәлдә – республика ла , муниципаль райондарҙа ла алып барылған

  • Һәр аҙна инвестиция сәғәте уҙғарам.Уның көн тәртибендә барлығы 390 инвестиция проекты үткән. Был эшкә муниципаль райондарҙы ла йәлеп итәбеҙ.Төбәктәр үҙ сиратында эшҡыуар сәғәте уҙғара, бизнес- шериф вазифаһын төҙөнө.Уларҙың төп бурысы эшҡыуарҙарға ярҙам итеү һәм инвестициялар йәлеп итеү- тине республика етәксеһе.  

“Алға” иҡтисади зонаһы Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондары биләмәләрендә урынлашҡан. Рейтингты билдәләүсе исемлеккә 6 блок буйынса 30 күрһәткес ингән. Был иһә республиканың инвестиция йәлеп итеү йәһәтенән уңай булыуы, эшҡыуарҙарға шарттар тыуҙырыуы, инфроструктура менән тәьминиәт, ер ресурстары, капиталь төҙөлөш обьекттары, инновацион әүҙемлеге һәм башҡалар иҫәпкә алына.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас