+12 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
15 Декабря 2021, 12:08

Юлға сыҡҡандар һаҡ булығыҙ!

Яҡын тәүлектәрҙә республикала һауа торошоноң болотло булыуы,томан һәм юлдарҙа боҙлауыҡ көтөлә. Был хаҡта Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Юлға сыҡҡандар һаҡ булығыҙ!Юлға сыҡҡандар һаҡ булығыҙ!
Юлға сыҡҡандар һаҡ булығыҙ!

Яҡын тәүлектәрҙә республикала һауа торошоноң болотло булыуы,томан һәм юлдарҙа боҙлауыҡ көтөлә. Был хаҡта Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итә.

Төндә ҡар яуыуы, ә төнъяҡ төбәктәрҙә уртаса яуым-төшөм көтөлә.

Һауа температураһы төндә 2-7 градусҡаса, ә көнсығышта  12 грудусҡаса һалҡынайта. Көндөҙ сама менән йылы һауа торошо һаҡланасаҡ. Синоптиктар   1-6  градус һалҡын була тип күрһәтә.

Ләкин автомобиль йөрөтөүселәргә һаҡлыҡ сараларын күҙәтеү ҡамасауламай. Юлдарҙа ҡар, боҙлауыҡ көтөлә. Иртәнге сәғәттәрҙә томан арҡаһында күреү һәләте лә насараясаҡ.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас