+7 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
15 Декабря 2021, 10:13

Указдағы үҙгәрештәр ни хаҡында?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы хаҡындағы указға тағы ла үҙгәрештәр индерҙе.

Указдағы үҙгәрештәр ни хаҡында?Указдағы үҙгәрештәр ни хаҡында?
Указдағы үҙгәрештәр ни хаҡында?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы хаҡындағы указға тағы ла үҙгәрештәр индерҙе.

Документтың яңы редакцияһына ярашлы, Башҡортостанға Рәсәйҙең Баш санитар табибы ҡарарында әйтелгән сит ил дәүләттәренән (Ботсвана, Зимбабве, Лесото, Мадагаскар, Мозамбик, Намибия, Танзания, Эсватини, Көньяҡ Африка Республикаһы һәм Гонконг) килгән граждандар, ПЦР-тест тапшырып, 14 көн дауамында үҙизоляция үтергә тейеш. Был Рәсәйҙең башҡа төбәктәре аша транзит менән килеүселәр өсөн дә мотлаҡ. Әлеге талап самолет экипаждары ағзаларына ҡағылмай.

Бынан тыш, Рәсәйҙең Баш санитар табибы ҡарарына ярашлы, ковидҡа ПЦР-тестың кире һөҙөмтәһенең ғәмәлдә булыу ваҡыты 72 сәғәттән 48 сәғәткә тиклем кәметелде.

Фото БР Башлығы сайтынан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас