+23 °С
Ясно


Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров кисә Башҡорт теле көнө һәм бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл айҡанлы уның һәйкәленә сәскәләр һалды.
Тантаналы сарала төбәк Башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Урал Килсенбаев, Хөкүмәт вице-премьеры Азат Бадранов ҡатнашты.
Аҡмуллаға һәйкәл бөйөк мәғрифәтсе исемен йөрөткән Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдындағы скверға 2008 йылда ҡуйыла.
Башҡорт теле көнө иһә Башҡортостан Башлығы указы менән 2019 йылда булдырыла.