

Етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән сығымдар 3 тапҡырға арттырылды. Республикала алдағы 3 йылда дәүләт иҫәбенә яҡынса 2800 етем балаға торлаҡ алыу күҙ уңында тотола. Был турала Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев белдерҙе. Киләһе 3 йылға иҫәпләнгән Республика бюджеты тураһындағы закон проектына индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, 2022-2024 йылдарҙа ата-әсәй ҡарамағынан мәхрүм ителгән балаларға фатир алыу өсөн 2,6 миллиард һум аҡса бүлеү планлаштырыла. Республика бюджеты тураһындағы закон проектында ошоғаса был күрһәткес 950 миллион һум ине. Федераль үҙәк күҙаллауҙары буйынса, 2025 йылға тиклем етем балалар тулыһынса торлаҡ менән тәьмин ителергә тейеш.
Әлеге көндә республикала йылына ата-әсәй ҡарамағынан мәхрүм булған яҡынса 700 бала фатир алыуға хоҡуҡ менән файҙалана, ошо уҡ ваҡытта торлаҡҡа мохтаж 100-300 етем бала сиратҡа ҡуйыла.