+4 °С
Облачно


9 декабрҙә, Өфөлә 64 йәшлек ҡатын үҙ-үҙенә ут төрткән, тәне 90 процентҡа бешкән, тип яҙғайныҡ.
Фажиғәле ғәҙәттән тыш был хәл тимер юл дауаханаһы ҡаршыһында иртәнге сәғәттәрҙә була. Килеп еткән тиҙ медицина ярҙамы машинаһында зыян күреүсе 18-се ҡала клиник дауаханаһына оҙатыла. Үтә ауыр хәлдәге ҡатын аҙна буйы реанимацияла ята һәм бөгөн таңға ҡарай мәрхүм була.
К. Татьянаның иренән ҡалған мираҫ йортҡа туғандары менән судлашыуы билдәле.