+13 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
15 Декабря 2021, 10:19

"Елки- 8" киң прокатҡа сыҡты

Өфөлә “Елки-8” Рәсәй киносагаһының исем туйы үтте. Был фильм ил тарихында киң билдәле киноальманах. Картинаның һуңғылары Рәсәй төбәктәрендә новеллалар булараҡ төшөрөлгән. “Елки- 8” серияһында Өфө ҡалаһы ла бар.

"Елки- 8" киң прокатҡа сыҡты"Елки- 8" киң прокатҡа сыҡты
"Елки- 8" киң прокатҡа сыҡты

Өфөлә “Елки-8” Рәсәй киносагаһының исем туйы үтте. Был фильм ил тарихында киң билдәле киноальманах. Картинаның һуңғылары Рәсәй төбәктәрендә новеллалар булараҡ төшөрөлгән. “Елки- 8” серияһында Өфө ҡалаһы ла бар.

“Елки - 8” фильмы киң прокатҡа 16 октябрь сығасаҡ. Картинаның Өфөләге исем туйы ”Родина” кинотеатрында,  башҡорт теле көнөндә уҙғарылды. Был фильмда баш ҡала һәм уның кешеләре лә ҡатнашты. Унда 700 кеше ҡатнашырға ғариза биргән, ә төшөрөү процессына йәмғеһе 150-ләп кеше йәлеп ителгән. Картиналағы ваҡиғалар Мәскәү, Төмән, Саранск, Екатеринбург, Өфө ҡалаларында бара. Һәр хәлдә  Мәскәүҙә йәшәгән олигарх фильм дауамында республикабыҙҙың баш ҡалаһында яңы йыл ҡаршыларға иҫәп тота. Шулай уҡ тамашасылар бер юлы илдең башҡа ҡалаларына ла сәйәхәт итә. Сөнки Яңы йыл байрамына әҙерлек бөтә төбәктәрҙә лә бер осорҙа бара. Фильм төҙөүгә бындай үҙенсәлекле ҡараш илебеҙҙең ҙур һәм төрлө булыуын күрһәтә, шулай уҡ тамашасыны байтаҡ ҡалалар менән таныштыра.

-Был фильмдар билдәле кинорежиссер Тимур Бекмамбетов етәкселегендәге “Базелевс” компанияһыныҡы. Һуңғы картина эпидемиянан һуң бик ҡыҫҡа ваҡытта төшөрөлдө. Унда төрлө, ҙур ҡалалар йәлеп ителде,- тине новелла режиссерҙарының береһе Василий Зоркин.

Киләһе “Елки- 9» фильмында режиссерҙар Өфө хаҡында  ҙур бер эпизод төшөрөргә иҫәп тота. Был новеллала баш ҡалабыҙ, уның иҫтәлекле урындары, таныш кешеләре киң урын аласаҡ. Өфө буйынса мәғлүмәт йыйыу, сценарий төҙөү эше “Башҡортостан” киностудияһына ла йөкмәтеләсәк.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас