

Рәсәй хөкүмәте етәксеһе Михаил Мишустин бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең хеҙмәт хаҡын күтәреү хаҡындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Был аҡсалар резерв фондтан бүленә һәм ул башлыса уҡытыусылар, табиптар, юғары уҡыу йорто педагогтары, фән һәм мәҙәниәт өлкәһендә эшләүселәргә ҡағыла.
Һүҙ резерв фондтан 12 миллиард һум аҡса йүнәлтеү хаҡында бара. Башлыса аҡсаларҙың 2,9 миллиарды мәғариф учреждениеларының, 5,2 миллиард һумы – фән өлкәһендә эшләүселәрҙең хеҙмәт хаҡын күтәреүгә китәсәк. Артабан медицина хеҙмәткәрҙәре - 2,6 миллиард, ә мәҙәниәт өлкәһенә 1,3 миллиард һум бүленәсәк.
Мәғлүм булыуынса, был мәсьәлә декабрь баштарында уҡ хөкүмәт ултырышында ҡаралған. Михаил Мишустин аҡсаларҙың тәғәйен урынға барып етеүен контролдә тотоу бурысын илдең финанс, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлыҡтарына йөкмәтте.
Был сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында ҡуйылған йөкләмәләрҙе үтәү. Дәүләт башлығы мәктәп уҡытыусылары, балалар баҡсалары педагогтары, колледж һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы төбәк буйынса уртаса эш хаҡы кимәленә 100 процент етергә тейеш тигән бурыс ҡуйғайны.