

Республика етәксеһе билдәләүенсә, ҡатмарлы пандемия шарттарында сәнәғәт өлкәһе лә еңел булмаған осор кисерә, әммә хәлде көйләй алдыҡ, машина төҙөү индустрияһы үҫешә. Мәҫәлән, Күмертау авиация етештереү предприятиеһы вертолеттар төҙөү планын икенсе йыл рәттән арттырып үтәй. Ағымдағы йылда техника етештереүҙең дөйөм күләме 9,5 миллиард һумға етергә тейеш. «Беҙ республикаға лизинг буйынса янғын һүндереү һәм ҡотҡарыу өсөн КА-32А11ВС вертолеты һатып алғайныҡ. Бынан тыш, төбәктә вертолеттар һәм пилотһыҙ техника булдырыу буйынса маҡсатлы проекттар уңышлы тормошҡа ашыр, тип ышанабыҙ. Рәсәй сәнәғәтен үҫтереү фонды был башланғысты хуплап, 1,7 миллиард һум аҡса бүлергә әҙер», - тип билдәләне Радий Хәбиров. Шулай уҡ, күҙаллауҙар буйынса, республикала сәнәғәт тауарҙарын етештереүҙең дөйөм күләме йыл аҙағынаса 1,8 трлн һумға етеүе мөмкин.