+12 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
15 Декабря 2021, 05:12

Ҡарар талаптары үтәләме?

18 декабрҙән Башҡортостандың баш санитар табибы Анна Казактың сәнәғәт,төҙөлөш һәм ауыл хужалығы предприятиелары хеҙмәткәрҙәренең мотлаҡ вакцинация үтеүе тураһындағы ҡарары тулы көсөнә инә.

Ҡарар талаптары үтәләме?Ҡарар талаптары үтәләме?
Ҡарар талаптары үтәләме?

18 декабрҙән Башҡортостандың баш санитар табибы Анна Казактың сәнәғәт,төҙөлөш һәм ауыл хужалығы предприятиелары хеҙмәткәрҙәренең мотлаҡ вакцинация үтеүе тураһындағы ҡарары тулы көсөнә инә. Ойошмалар етәкселәренә үҙ хеҙмәткәрҙәрен вакцинациялауҙы ойоштороу өсөн бер нисә ай ваҡыт бирелгәйне. 20 декабрҙән Роспотребнадзорҙың республика идаралығы белгестәре был тармаҡтар предприятиеларына тикшереү үткәрергә сыға.

Ҡарар үтәлмәгән осраҡтар асыҡланғанда, Роспотребнадзор белгестәре административ протокол төҙөргә хаҡлы. Артабан инде юридик шәхескә штраф һалыу, йәки предприятие эшмәкәрлеген туҡтатып тороу тураһындағы мәсьәләне суд хәл итәсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрөп китәбеҙ: 18 декабрҙән эш биреүселәр вакцина яһатмаған хеҙмәткәрҙәрҙе эштән ситләштереү хоҡуғына эйә, был осраҡта хеҙмәт хаҡы һаҡланмаясаҡ.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас