

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы һөт өсөн эре мөгөҙлө мал тотҡан агросәнәғәт предприятиеларына мал аҙығы һатып алыу менән бәйле сығымдарҙы өлөшләтә дәүләт иҫәбенә ҡаплау буйынса субсидиялар күләмен раҫланы.
Предприятиелар бесән, сенаж, силос, фураж өсөн иген, жмых, комбикорм, шрот, үлән оно, соя тышлығы һәм мал аҙығына ҡушыла торған витаминлы минераль өҫтәмәләр өсөн компенсация аласаҡ. Субсидия алырға теләүселәргә бының өсөн Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығына мөрәжәғәт итеү һәм талап ителгән документтарҙы әҙерләү мотлаҡ.
Дәүләт ярҙамына дәғүә итеүсе ауыл хужалығы предприятиелары Башҡортостан биләмәһендә теркәлергә, ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре реестрында иҫәпләнергә, түләнмәгән бурыстары булмаҫҡа, үткән йылдарҙа маҡсатлы күрһәткестәрҙе үтәргә тейешле. Бынан тыш, тағы ла бер нисә мотлаҡ шарттар бар.
Фото "Башинформ"дан алынды.