+2 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
14 Декабря 2021, 09:50

“Өс бәхетле көн” акцияһында ҡатнашырға ашығығыҙ, дуҫтар!

Башҡорт дәүләт университетының Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллина тыуған Ишембай районы Маҡар ауылы мәктәбенә һәм модель китапханаһына “бер ҡосаҡ” гәзит-журналға яҙылды. Исемлектә – 14 баҫма.   “Ваҡытлы матбуғаттан айырылғаныбыҙ юҡ. Өйөбөҙгә республикабыҙҙа башҡорт һәм рус телендә сыҡҡан бөтә баҫмалар ҙа килә тиерлек. Шулай уҡ факультетта ла гәзит-журналдарға яҙылыу ойошторабыҙ. Байтаҡ баҫмаларҙы альтернатив рәүештә алдырабыҙ, матбуғат йортонан үҙебеҙ килеп алабыҙ. Әлеге акцияла ҡатнашыуымдың маҡсаты – яҡташтарыма бүләк яһау, юрматы ырыуының рухлы, көслө, ҡеүәтле булыуына үҙ өлөшөмдө индереү.    “Башҡортостан ҡыҙы” журналы менән ғүмере буйы бергәбеҙ. Әле лә яратҡан баҫмамдан айырылмайым, шулай уҡ йыл һайын ҡәйнәмә лә яҙҙырам”, – ти ул.  

Добавить в предпочтительные источники Google
“Өс бәхетле көн” акцияһында ҡатнашырға ашығығыҙ, дуҫтар!“Өс бәхетле көн” акцияһында ҡатнашырға ашығығыҙ, дуҫтар!
“Өс бәхетле көн” акцияһында ҡатнашырға ашығығыҙ, дуҫтар!

Башҡорт дәүләт университетының Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллина тыуған Ишембай районы Маҡар ауылы мәктәбенә һәм модель китапханаһына “бер ҡосаҡ” гәзит-журналға яҙылды. Исемлектә – 14 баҫма.  

“Ваҡытлы матбуғаттан айырылғаныбыҙ юҡ. Өйөбөҙгә республикабыҙҙа башҡорт һәм рус телендә сыҡҡан бөтә баҫмалар ҙа килә тиерлек. Шулай уҡ факультетта ла гәзит-журналдарға яҙылыу ойошторабыҙ. Байтаҡ баҫмаларҙы альтернатив рәүештә алдырабыҙ, матбуғат йортонан үҙебеҙ килеп алабыҙ. Әлеге акцияла ҡатнашыуымдың маҡсаты – яҡташтарыма бүләк яһау, юрматы ырыуының рухлы, көслө, ҡеүәтле булыуына үҙ өлөшөмдө индереү.   

“Башҡортостан ҡыҙы” журналы менән ғүмере буйы бергәбеҙ. Әле лә яратҡан баҫмамдан айырылмайым, шулай уҡ йыл һайын ҡәйнәмә лә яҙҙырам”, – ти ул.  

 

    

Хәбәр итеүебеҙсә, Өфөлә “Өс бәхетле көн” акцияһы бара. Ул 2022 йылдың беренсе ярты йыллығына ваҡытлы матбуғатҡа ташламалы хаҡтарға яҙылыу ун көнлөгөнә бәйләп үткәрелә.

Сара кисә – “Мир фирмаһы” сауҙа үҙәгендә, бөгөн “Үҙәк баҙар” сауҙа комплексында үтте. Акция барышында һәр кем республикала сыҡҡан гәзит-журналдар менән таныша һәм киләһе йылдың беренсе ярты йыллығына ташламалы хаҡтар менән яҙыла ала. 

Сара иртәгә ”Ғаилә” (“Семья”) сауҙа үҙәгендә үтә.

Республика матбуғатына яҙылыусылар бүләктәр отошонда ла ҡатнаша ала.

Акция барышында “Башҡортостан ҡыҙы” журналына ташламалы яҙылыу хаҡы – 579 һум 06 тин.

 

“Өс бәхетле көн” акцияһында ҡатнашырға ашығығыҙ, дуҫтар!
“Өс бәхетле көн” акцияһында ҡатнашырға ашығығыҙ, дуҫтар!
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас