+10 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
14 Декабря 2021, 18:15

Ковид ҡорбандары дүрт меңдән артты

Пандемия башланғандан алып коронавирус инфекцияһы 4016 яҡташыбыҙҙың ғүмерен алып китте. Һуңғы тәүлектә зәһәр сирҙән 31 ауырыу вафат булған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ковид ҡорбандары дүрт меңдән арттыКовид ҡорбандары дүрт меңдән артты
Ковид ҡорбандары дүрт меңдән артты

Пандемия башланғандан алып Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы 4016 ғүмерҙе алып китте. Һуңғы тәүлектә зәһәр сирҙән 31 ауырыу вафат булған.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, аҙаҡҡы тәүлектә вирус 512 сырхауҙа асыҡланған. Инфекцияны йоҡтороусылар йәмғеһе – 114 820.

Әлеге ваҡытта стационарҙарҙа 348 ауырыу ковидҡа ҡаршы көрәшә, шуларҙың 224-е – 60 йәштән өлкәндәр. 93 сырхауҙың хәле ауыр, өсәүһе – яһалма һулыш аппаратында. Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 6501, уларҙың 4254-е алтмышты уҙған.

Һуңғы тәүлектә 536 яҡташыбыҙ, ковидты еңеп, дауахананан сыҡҡан. Һауығыусыларҙың дөйөм һаны – 103 955.

Бөгөнгө көнгә ҡарата республикала вакцинаның беренсе компонентын ҡаҙатыусылар –  2 093 283 (прививка яһатырға тейешле халыҡтың 84,9 проценты). Икенсе компонентын да эшләтеүселәр – 1 896 987 (76,4 процент).

 

 

 

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас