+15 °С
Ясно


Рәсәйҙең дүрт төбәге Башҡортостандағы проект өлгөһө буйынса ковид-госпиталдәр төҙөй. Республикабыҙҙың Өфө районында һәм Стәрлетамаҡта был проект буйынса һалынған йоғошло сирҙәр үҙәктәре хәҙер бөтә илдә билдәле.
“Беҙҙең проекттар һәм технологиялар буйынса Силәбелә ковид-госпиталь сафҡа индерелде, Ырымбурҙа, Калугала һалып бөтөп киләләр. Белгородта ике шундай госпиталь төҙөлә”, – тине Радий Хәбиров.
11 декабрҙә республикабыҙҙа йәнә ике йоғошло сирҙәр үҙәге һала башланылар: Сибайҙа һәм Туймазыла.
Фото Клиник-диагностика йоғошло сирҙәр үҙәге сайтынан.