+15 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
14 Декабря 2021, 04:35

Бала табылған һәм әсәһенә ҡайтарылған

12 декабрҙә атай кеше дүрт йәшлек улын ала һәм ғәйеп була. Хафаға ҡалған әсә полицияға мөрәжәғәт итә.

Бала табылған һәм әсәһенә ҡайтарылғанБала табылған һәм әсәһенә ҡайтарылған
Бала табылған һәм әсәһенә ҡайтарылған

12 декабрҙә атай кеше дүрт йәшлек улын ала һәм ғәйеп була. Хафаға ҡалған әсә полицияға мөрәжәғәт итә.

Светлананың элекке ире, 48 йәшлек Игорь Байстрюк, ял көнөндә бала менән йөрөп киләм тип алған була улын. Улар аҡ төҫтәге Cevrolet Aveo маркалы машинаға ултырып сығып китә.

Ир баланы кире ҡайтармай, тәүлек буйы бәйләнешкә лә сыҡмай. Киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, ир менән ҡатын айырылышыу алдында икән. Игорь улын әсәһенә бирмәй маташҡан, Светлана суд аша баланы үҙе менән ҡалдырыуға өлгәшкән. Ир талаш сығарған, ҡатынына ҡул күтәреп, айырылышһаҡ, баланы бөтөнләй күрмәйәсәкһең, тип янаған.

Республика буйынса Эске эштәр министрлығының матбуған хеҙмәте хәбәр итеүенсә, бала иҫән-һау, ул кисә табылған һәм әсәһенә ҡайтарылған.

Автор:
Читайте нас