

Ғафури районында арҙаҡлы яҡташыбыҙ, башҡорт теле ғилеменә нигеҙ һалыусы, беренсе башҡорт профессоры, күренекле тел белгесе, полиглот-тюрколог, яҙыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған фəн эшмəкəре Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың 110 йыллығы киң билдәләнде.
Сарала мәртәбәле ҡунаҡтар: халыҡ-ара төркиәт академигы, профессор Ғиниәт Ҡунафин, фән докторы, профессор Юлай Псәнчин, Башҡортостан Республикаһы Милли архивының директор урынбаҫары, филология фәндәре кандидаты Ниязбай Булатбай улы Сәлимов, БДПУ доценты Зөләйха Хәбибуллина, Табын ырыуы башҡарма комитеты идараһы рәйесе Ғәлинур Ҡалмырҙин, Ғафури районы хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов, район Советы рәйесе Ф.Зәйнетдинов ҡатнашты. Шулай уҡ тантанаға райондың башҡорт теле уҡытыусылары, уҡыусылар, ауыл халҡы килгәйне.
Ғалимдың тыуған ауылы Ҡаранйылғала 4 йылға бер тапҡыр бирелә торған Жәлил Кейекбаев исемендәге премия тапшырыу тантанаһы булды. Лауреат исеменә рәссам, йәмәғәтсе Илдар Шәйәхмәтов һәм Ж.Кейекбаев музейы директоры Римма Ишмырҙина лайыҡ тип табылды.
Сәйетбаба башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгендә "Дан юлдар үткән уҙамандар" тип аталған түңәрәк өҫтәл үтте. Был сара Ж.Кейекбаевтың тыуыуына 110 йыл тулыуға һәм башҡорт теле көнөнә "Ете аҙым" марафоны сиктәрендә ойошторолдо.