

Дәүләт автоинспекцияһы инспекторҙарынан ҡасып барған “ВАЗ-21099” водителе машинаһын “Мазда-6” автомобиленә бәрҙерә.
Юл транспорт ваҡиғаһы Өфөлә Октябрҙең 50 йыллығы менән Минһажев урамдары киҫелешкән урында була. “ВАЗ” автомобиле түңкәрелә, водитель һәм пассажир фажиғә урынында йән бирә.
“Башинформ” агентлығынан хәбәр итеүҙәренсә, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторҙары ҡағиҙәләрҙе боҙған машинаны Октябрь революцияһы урамында күреп ҡала. Талапҡа водитель тәүҙә туҡтай, тик артҡа бирә һәм ҡаршы һыҙатҡа сығып ҡасып китә. Светофорҙа ул ҡыҙыл төҫкә үтә һәм “Мазда-6” менән бәрелешә.
Асыҡланыуынса, рулдә 29 йәшлек водитель ултырған, пассажирына - 24 йәш. Водителдең таныҡлығы булмаған, бынан тыш, машина ла уныҡы түгел - танышынан һорауһыҙ алып киткән булған.