

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 11 декабрҙә Республикаға идара итеү үҙәгендә видеоконференция режимында Сибайҙа һәм Туймазыла йоғошло сирҙәр үҙәктәрен төҙөй башлауға старт бирҙе. Был ваҡиға коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәшкә арналған Бөтә Рәсәй медицина форумының пленар ултырышы сиктәрендә булды.
Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: республика етәксеһе сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү һәм коронавирусҡа ҡаршы һөҙөмтәле көрәш алып барыу өсөн тағы ике ковид-госпиталь һалырға ҡарар итеү тураһында 2021 йылдың октябре аҙағында хәбәр иткәйне. Уларҙың һәр ҡайһыһы 250 урынға иҫәпләнгән.
Төҙөлөш майҙандары Өфөнән алыҫлыҡты, һәм ул яҡтарҙа йәшәүсе халыҡтың дөйөм һанын күҙ уңында тотоп һайланған: Урал аръяғында – 314,2 мең кеше, ә Туймазыла һәм уның тирәһендәге райондарҙа 437,7 мең кеше йәшәй. Пандемия бөткәндән һуң госпиталдәр күп йүнәлешле дауахана булараҡ эшләйәсәк.
Төҙөлөш майҙансыҡтарында инженерлыҡ коммуникацияларын һуҙа башлағандар, госпиталь конструкцияларын күтәреү өсөн тәүге материалдар алып килгәндәр.
Сибай ҡалаһы һәм Туймазы районы хакимиәттәре башлыҡтары Республика менән идара итеү үҙәге менән видеоконференция режимында бәйләнешкә сыҡты. Улар йоғошло ауырыуҙарҙы дауалау өсөн яңы үҙәктәр булдырыу проекттарын тормошҡа ашырыуҙы хуплағаны өсөн Башҡортостан етәкселегенә рәхмәт белдерҙе, был дауаханаларҙың халыҡ өсөн үтә мөһимлеген билдәләне.
Башҡортостан Башлығы ике майҙанда ла төҙөлөш эштәре башлауға старт бирҙе. Комплекстарҙы һалғандан һуң уларҙа заманса медицина ҡорамалдары урынлаштыра башлаясаҡтар.
– Беҙ Өфө эргәһендәге һәм Стәрлетамаҡтағы госпиталдәрҙә ковидтан ни тиклем һөҙөмтәле дауалап булыуын күрҙек. Уларҙа техника тупланыҡ, ҙур тәжрибәле табиптарҙы йәлеп иттек, дарыуҙар ҡайтартыуҙы көйләнек. Йоғошло сирҙәрҙән ошолай дауалау бик һөҙөмтәле, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. – Шуға күрә беҙ Туймазыла һәм Сибайҙа тағы ике үҙәк төҙөргә булдыҡ. Уларҙың республика һаулыҡ һаҡлау системаһында мөһим урын аласағына ышанам.
Белешмә:
2020 йылда Башҡортостанда ике клиник-диагностика йоғошло сирҙәр үҙәге эшләй башланы – Өфө районының Зубово ауылында һәм Стәрлетамаҡта. Заманса модулле конструкцияларҙы рекордлы ваҡытта: береһен – 54, икенсеһен 50 көндә төҙөнөләр. Был госпиталдәр асылған бирле уларҙа 22,6 мең кеше уңышлы дауаланып сыҡты.
Фото "Башинформ"дан алынды.