

Өфөгә самолетта килеп төшкән Эфиопия граждандары үҙизоляцияға ебәрелгән. Әлеге ваҡытта улар лаборатор тикшереүҙәр үтә, 14 көн дауамында табип күҙәтеүе аҫтында буласаҡтар. Коронавирусҡа анализдары кире һөҙөмтә күрһәткән. Был турала Хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак хәбәр итте.
Ул аэропорттың сик буйы хеҙмәте менән берлектә ниндәй эш башҡарылыуы, ИХА-тестар уҙғарылыуы хаҡында һөйләне. Коронавирустың “омикрон” төрөнә бәйле, был эшкә иғтибар бермә-бер артҡан.
“28 ноябрҙән башлап аэропортта 66 халыҡ-ара рейс тикшереү аша үтте, туғыҙ мең пассажир ҡаралды”, – тине Анна Казак. Үзбәкстандан килгән бер кешелә киҫкен респиратор инфекция билдәләре асыҡланған, тест үткәргәндән һәм табип ҡарағандан һуң, унда коронавирус юҡлығы билдәләнгән. Йәмғеһе, һайлап алып, 783 сит ил гражданы тест тикшереүе уҙған, уларҙың 12-һендә ковид асыҡланған.
Фото Өфө аэропортының социаль селтәренән алынды.