+15 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
13 Декабря 2021, 09:47

Башҡорт теле көнө. Яңыса ҡараш

Башҡорт телен һаҡлау һәм яҡлау фонды 14 декабрҙә башҡорт телен популярлаштырыуға йүнәлтелгән проекттарҙың исем туйын уҙғара. Был сараны фондтан тыш,  республиканың мәғариф һәм фән министрлығы, халыҡтар дуҫлығы йорто ойоштора. Программа сиктәрендә “Башҡорт интерактивы”, “Башҡортсофт”, ”Глосбе” тигән проекттар тәҡдим ителәсәк.

Башҡорт теле көнө. Яңыса ҡарашБашҡорт теле көнө. Яңыса ҡараш
Башҡорт теле көнө. Яңыса ҡараш

Башҡорт телен һаҡлау һәм яҡлау фонды 14 декабрҙә башҡорт телен популярлаштырыуға йүнәлтелгән проекттарҙың исем туйын уҙғара. Был сараны фондтан тыш,  республиканың мәғариф һәм фән министрлығы, халыҡтар дуҫлығы йорто ойоштора. Программа сиктәрендә “Башҡорт интерактивы”, “Башҡортсофт”, ”Глосбе” тигән проекттар тәҡдим ителәсәк.

Сара барышында “Беҙ- башҡорттар”  википедистар конкурсы еңеүселәрен  һәм “ Минең әкиәтем” тигән  әкиәт авторҙарын ҡотлау буласаҡ. Шулай уҡ исем туйына Сабина Кучаева, Гәлсәр Байғусҡарова кеүек йәш йырсылар, скрипкасы Резана Вәлиева, ҡурайсы Юлай Кәримов саҡырылған.

Был көндө башҡорт телен яҡлау һәм һаҡлау фонды башҡорт телендә иҫәнләшергә һәм аралашырға саҡыра.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас