+14 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
10 Декабря 2021, 14:10

“Төп Законды иғтибарлап уҡығыҙ”

Роспотребнадзорҙың республика идаралығы етәксеһе Анна Казак БСТ каналына биргән интервьюһында антиваксерҙар – прививка яһатыуға ҡаршы кешеләр тураһында үҙ фекерен белдерҙе. Сикләүҙәр һәм прививкалар конституцион хоҡуҡтарыбыҙҙы боҙа, тип иҫәпләүсе был кешеләргә баш санитар табип илдең төп Законын иғтибарлап уҡырға кәңәш итте.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Төп Законды иғтибарлап уҡығыҙ”“Төп Законды иғтибарлап уҡығыҙ”
“Төп Законды иғтибарлап уҡығыҙ”

Роспотребнадзорҙың республика идаралығы етәксеһе Анна Казак БСТ каналына биргән интервьюһында антиваксерҙар – прививка яһатыуға ҡаршы кешеләргә ҡарата үҙ фекерен белдерҙе. Сикләүҙәр һәм прививкалар уларҙың конституцион хоҡуҡтарын боҙа, тип иҫәпләүсе был кешеләргә баш санитар табип илдең төп Законын иғтибарлап уҡырға кәңәш итте.

“Конституцияның айырым бүлектәрен түгел, ә тулыһынса уҡырға кәрәк. Рәсәй Федерацияһы төбәктәр менән берлектә халыҡҡа үҙ һаулығын һаҡлау мәҙәниәтен һалырға тейеш. Конституцияның 55-се статьяһы, әгәр ҙә йәмғиәттең һаулығын һаҡлау өсөн кәрәк икән, дәүләткә ниндәйҙер сикләү сараларын индереү хоҡуғын бирә”, – тине Анна Казак.

Ул бөгөн республикала ковидҡа бәйле хәл тотороҡло булыуын, тәүлек һайын асыҡланыусы сир йоҡтороу осраҡтарының артмауын билдәләне. Эпидемиологтар баһалауынса, был вакцинацияның юғары кимәле, индерелгән сикләү саралары менән аңлатыла.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас