+23 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
10 Декабря 2021, 11:29

Ете аҙым

Республикала башҡорт теле көнөнә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән “Ете аҙым” марафоны дауам итә.

Ете аҙымЕте аҙым
Ете аҙым

Республикала башҡорт теле көнөнә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән “Ете аҙым” марафоны дауам итә.

Уның шарттары буйынса, Мифтахетдин Аҡмулланың иң билдәле ижади ҡомартҡыларының береһе — "Нәсихәттәр"енә таянып, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары һәм республиканың район хакимиәте башлыҡтары, әҫәрҙә билдәләнгән ҡиммәттәрҙең асылын күңеленә ятҡан ижади ысул менән (шиғыр, фекер, цитата, йыр) сағылдырырға, видеояҙмаға #башҡорттелекөнө2021марафон хештегын ҡуйырға тейеш.

Иман, Күңел, Аҡыл, Шөкөр, Әҙәп, Сабыр, Ихлас — йәшәйешебеҙҙең төп ҡиммәттәрен билдәләгән ғәмәлдәр. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының социаль селтәрҙәге төркөмдәрендә Нәсихәттәрҙең үҙенсәлеген билдәләгән, асылын яҡтыртҡан видеояҙмалар ҡуйыла бара.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас