+15 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
9 Декабря 2021, 06:34

Яңы пособиелар донъя күрҙе

Башҡорт теле көнө уңайынан Өфөлә башҡорт теле буйынса яңы пособиеларҙың исем туйы үтте. Улар мәғариф учреждениелары өсөн тәғәйенләнгән яңы әсбаптәр.

Яңы пособиелар донъя күрҙеЯңы пособиелар донъя күрҙе
Яңы пособиелар донъя күрҙе

Башҡорт теле көнө уңайынан Өфөлә башҡорт теле буйынса яңы пособиеларҙың исем туйы үтте. Улар мәғариф учреждениелары өсөн тәғәйенләнгән яңы әсбаптәр.

Яңы пособиелар Башҡортостан, башҡорт теле һәм халыҡтар мәҙәниәтен өйрәнеү, өндәрҙең дөрөҫ әйтелешен билдәләүсе эш дәфтәре һәм дидактик альбом, урта професиональ белем биреү учреждениеһына башҡорт телен өйрәтеүсе баҫмалар, шулай уҡ билдәле ғалим, педагог һәм яҙыусы Әлфис Ғаязовтың  шиғырҙар йыйынтығы ла донъя күргән. Китаптар яҡын көндәрҙә мәғариф учреждениеларына оҙатыласаҡ, ҡайһылары буйынса әле үк уҡытыу алып барыла. Яңы пособиелар буйынса уҡытыусы – практиктарҙың, ата- әсәләрҙең, йәмәғәтселәрҙең фекерен ишетеү мөмкинлеге лә булған.

Шуны ла билдәләргә кәрәк, Башҡортостанды дәүләт телдәрен яҡлау һәм башҡа халыҡтар телдәрен үҫтереү буйынса бик һөҙөмтәле система булдырылған. Мәғариф учреждениеларының уҡыу- методик базаһын нығытыу,  этномәҙәни үҙенсәлектәрҙе һәм төбәк компонентын иҫәпкә алған яңы әсбаптар сығарыу- шуның күрһәткесе.

Уҡыу әсбаптәренең сифатын арттырыу маҡсатында Республика мәғариф министрлығы эргәһендә  уҡыу- методик совет эшләй. Улар нәшергә китәсәк баҫмаларҙы, мәктәптәр өсөн методик ҡулланмаларҙы тикшереүсе, тәҡдим итеүсе орган.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас