

Силәбе өлкәһе Ҡуса-Златоуст трассаһында ҡот осҡос юл фажиғәһе теркәлгән.
Аварияла Әбйәлил районы Рыҫҡужа ауылынан «ВАЗ-2109» автомобиленең 38 йәшлек водителе, шулай уҡ уның 30 һәм 29 йәшлек бер туған ҡустылары һәләк булған.
Юл фажиғәһендә 4 йәшлек бала ла зыян күргән. Ауыр йәрәхәтләнгән сабыйҙы Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһы травматологияһына алып киткәндәр. Һуңынан уны санавиация вертолеты менән Силәбегә ебәргәндәр.
Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Һәләк булған водителдең хәләл ефете һәм йәш ярымлыҡ балаһы ҡалған. Ҡатыны өсөнсөгә бәпәй көтә. Ул миһырбанлы кешеләрҙән ярҙам һорап мөрәжәғәт итте (2202 2005 8986 9914 Вәлиә Ямалова, картаһы 89097472615 номерына беркетелгән), тип яҙа "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.