

Бөгөн Республика Башлығы Радий Хәбировтың тормош юлдашы Каринэ Хәбированың тыуған көнө.Үҙенең ғүмер байрамы уңайынан ул сәхифәһендә ғәҙәти булмаған бүләк һораған.
Ҡатын- ҡыҙ өсөн иң матур бүләк - ул сәскәләр гөлләмәһе. Каринэ Владимировна үҙенең сәхифәһендә тыуған көнөнә бик күп сәскәләр ҡабул итеүен, уның күбеһен дауаханаларға, социаль учреждениеларға, кризис үҙәктәренә оҙатыу традицияһы хаҡында һөйләп уҙған. Был юлы ул үҙенең үтенесен былай белдергән
-Сәскәләргә сарыф итәсәк аҡсағыҙҙы Өфө хосписына, балаларға күсерегеҙ. Ә миңә ҡотлау менән смс хәбәре йә смайлик ебәрегеҙ. Шуға ла шат буласаҡмын, - тигән Каринэ Хабирова.
Әле Өфө хосписына сәскәләр иҫәбенә 40 меңгә яҡын аҡса күскән дә инде.