

Америка ғалимдары коронавирусҡа ҡаршы һағыҙ етештергән. Әгәр ковид йоҡторған кеше шул һағыҙҙы сәйнәһә, төкөрөктәге вирус бик күпкә кәмей, тиҙәр. Һағыҙға ҡушылған үҫемлек аҡһымы – АСЕ2 тигән аҡһым вирусҡа кеше организмы күҙәнәктәренә һөжүм итергә форсат бирмәй икән. Коронавирус менән сирләүселәрҙең төкөрөгөнә ошо һағыҙ менән йоғонто яһағас, унда вирустарҙың 95 процентҡа кәмеүе күренә.
Әле тикшеренеүселәр командаһы һағыҙ йоғонтоһон кешеләрҙә тикшереүҙәр үткәреү өсөн рөхсәт алыу өҫтөндә эшләй. Һағыҙ һөҙөмтәле һәм хәүефһеҙ тип табылһа, уны күпләп етештереү хаҡында уйлаясаҡтар.
Фото Интернет селтәренән.