

Райондың элекке етәксеһе Азамат Абдрахмановтың Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указы менән Хөкүмәт Аппараты етәксеһе итеп тәғәйенләнеүенә бәйле, вакансия барлыҡҡа килгәйне.
Кисә Ишембай районы Советының 21-се ултырышы үтте. Унда депутаттар контракт буйынса район хакимиәте башлығын билдәләү мәсьәләһен ҡараны һәм был вазифаға бер тауыштан Азат Ишемғоловты һайланы. Дәғүәселәр араһында шулай уҡ төрлө вазифалар биләгән Азамат Исхаков һәм Азамат Хәйбуллин да бар ине.
Азат Альберт улы Ишемғолов 1984 йылдың ноябрендә Өфөлә тыуған. Башҡорт дәүләт университетын дәүләт идаралығы белгеслеге буйынса тамамлаған. Федераль мөлкәткә идара итеү агентлығында, “Мотор” берекмәһендә, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай секретариатында эшләгән. 2019 йылдан - Ишембай районы хакимиәтендә. Бында ул бүлек начальнигы, аҙаҡ хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары булған.