

9 декабрь мәғлүмәттәре буйынса, республикала коронавирусҡа ҡаршы вакцинаның беренсе компонентын 2 059 482 кеше, йәғни прививка яһатырға тейешле халыҡтың 82,9 проценты эшләткән. Икенсе компонентын да ҡаҙатып, вакцинацияны тулыһынса тамамлаусылар – 1 842 592 (74,2 процент).
Был турала коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау буйынса оператив штабтың ултырышында вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе. Ул прививка кампанияһында Бүздәк, Әлшәй, Шишмә, Саҡмағош, Өфө, Кушнарен, Стәрлебаш һәм Ҡариҙел райондары алда барыуын билдәләне, Сибайҙа һәм Бөрйән районында вакцинация һүлпән булыуын әйтеп китте.
Ултырышта шулай уҡ республиканың төп компаниялары хеҙмәткәрҙәрен вакцинациялау барышы хаҡында ла һүҙ булды. Беренсе вице-премьер – Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов бөтә төп тармаҡтарҙа хеҙмәткәрҙәрҙең 80 проценттан ашыуы прививка яһатыуын хәбәр итте. Тағы ла 16 предприятие ҡала – улар ҙа яҡын арала вакцинация графигын төҙөп, уны үтәүгә тотонасаҡ.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, республиканың баш дәүләт санитар табибы ҡарарына ярашлы, 18 декабрҙән эш биреүселәрҙең вакцина яһатмаған хеҙмәткәрҙәрҙе эштән ситләштереү хоҡуғына эйә булыуын хәтергә төшөрөп үтте. Был документта мотлаҡ вакцинация үтергә тейешле категорияға ҡараусыларҙың тулы исемлеге килтерелә.
11 ноябрҙә сәнәғәт, төҙөлөш һәм ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәрен мотлаҡ вакцинациялау тураһында тағы бер ҡарарға ҡул ҡуйылды. 30 декабргә тиклем был тармаҡтарҙа эшләүселәрҙең кәмендә 80 проценты прививка яһатырға тейеш.
Фото "Башинформ"дан алынды.