

Төбәктә грипп һәм тын алыу юлдары вирусы инфекцияһы менән зарарланған уҡыусы балалар һаны күбәйә. Республика Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, әлеге көндә 16 мәктәп һәм айырым 900 класс ошо сәбәпле карантинға ябылған.
Мәғариф министры Айбулат Хажин билдәләүенсә, уҡыусылар араһында грипп һәм тын алыу юлдары вирусы инфекцияһы таралыуы менән бәйле хәл киҫкен ҡала. Әлеге ваҡытта 55 800-ҙән ашыу бала ауырыу сәбәпле мәктәптә дәрес ҡалдыра. Банан тыш, 258 уҡыусы һәм 65 уҡытыусы короновирус инфекцияһынан дауалана.
Оҙайлы ҡышҡы каникулдар ярҙамында уҡыусылар араһында был ауырыуҙарҙың таралыуы ҡырҡа кәмейәсәк, тип иҫәпләйҙәр мәғариф министрлығында. Мәғлүм булыуынса, ҡышҡы каникулдар 31 декабрҙан алып 16 ғинуарға тиклем дауам итәсәк.
Фото "Башинформ"дан алынды.