+14 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
8 Декабря 2021, 04:40

Яҡташыбыҙға юғары награда тапшырҙы

Белоруссия Президенты Александр Лукашенконың ярҙамсыһы, уның хакимиәте етәксеһе булып күп йылдар яҡташыбыҙ Урал Латипов эшләгәнен белә инек.

Яҡташыбыҙға юғары награда тапшырҙыЯҡташыбыҙға юғары награда тапшырҙы
Яҡташыбыҙға юғары награда тапшырҙы

Белоруссия Президенты Александр Лукашенконың ярҙамсыһы, уның хакимиәте етәксеһе булып күп йылдар яҡташыбыҙ Урал Латипов эшләгәнен белә инек.

Беларусҡа эш сәфәре барышында Радий Хәбиров уның менән осрашты һәм Урал Рамдрак улы Латиповтың республикалар араһындағы хеҙмәттәшлекте нығытыуға индергән өлөшө өсөн Халыҡтар дуҫлығы ордены менән наградланы.

Урал Рамдрак улы Латипов Баҡалы районының Ҡатай (әле Яңы Ҡатай) ауылында тыуған. Ун биш йыл ғүмерен СССР Дәүләт хәүефһеҙлеге комитетында хеҙмәт итеүгә арнаған. Юридик фәндәр докторы, профессор. Төрлө йылдарҙа Беларусь Президенты ярҙамсыһы, уның хакимиәте етәксеһе, Беларусь Премьер-министры урынбаҫары, сит ил эштәре министры, илдең Именлек Советы дәүләт секретары була. 2009 йылдан «Директ Менеджмент» компанияһын етәкләй.

Автор:
Читайте нас