+21 °С
Облачно


Бөгөн төндә сыҡҡан янғында һәләк булған кешенең шәхесе асыҡлана.
Янғын Өфөнөң Ленин урамы, 67/1 адресы буйынса урынлашҡан йортта сыға. Ике ҡатлы авария хәлендәге өйҙә йәшәүселәр яңы фатирҙарға күсерелгән була.
Юғары категория бирелгән янғынды һүндереү өсөн 11 берәмек техника, 38 кеше йәлеп ителә.
Янғын сәбәптәре һәм утта яным үлгән кешенең енесен һәм шәхесен асыҡлау буйынса тикшереү бара.