

Коронавирустың “Омикрон” тигән төрө, ковидтың быға тиклем билдәле булған башҡа варианттары менән сағыштырғанда, пневмонияны ике-өс тапҡыр тиҙерәк тыуҙырыуы ихтимал. Был турала “Известия” гәзитенә биргән интервьюһында биология фәндәре докторы, вирусолог һәм иммунолог, “Вектор” үҙәгенең Екатеринбургтағы вируслы ауырыуҙар ғилми-тикшеренеү институты етәксеһе Александр Семенов белдерә.
— “Омикрон” төрө шул яғы менән насар: уның, “Дельта” һымаҡ уҡ, үпкәләрҙең – түбәнге тын юлдарының туҡымаларына үтеү һәләте ҙурыраҡ. Шуға күрә “Омикрон” үпкәгә тиҙ төшөп, пневмония барлыҡҡа килтерә. Был иһә етди борсолоу уята, – ти Александр Семенов.
Коронавирустың элекке варианттарын йоҡторғанда, вирус эләккән мәлдән пневмония барлыҡҡа килгәнсе 10-11 көн үтһә, хәҙер үпкә 3–5 көн эсендә ялҡынһына, тип билдәләй ғалим.