+4 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
8 Декабря 2021, 03:40

Белоруссияға эшлекле сәфәр һөҙөмтәле булмаҡсы

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге республика делегацияһы Белоруссияға юлланғайны. Эш сәфәре 9 декабргә тиклем дауам итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Белоруссияға эшлекле сәфәр һөҙөмтәле булмаҡсыБелоруссияға эшлекле сәфәр һөҙөмтәле булмаҡсы
Белоруссияға эшлекле сәфәр һөҙөмтәле булмаҡсы

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге республика делегацияһы Белоруссияға юлланғайны. Эш сәфәре 9 декабргә тиклем дауам итә.

Сәфәрҙә төбәктең 40-тан ашыу компанияһы вәкилдәре ҡатнаша. Улар араһында Башҡортостан сода компанияһы,  «Башхим», Бәләбәйҙең «Автонормаль» заводы, «Салаватстекло», «Башинформсвязь», «Стеклонит», «Искож» предприятиелары бар.

Радий Хәбиров Белоруссия Президенты Александр Лукашенко менән осрашты. Эшлекле һөйләшеү  ике яҡ өсөн дә отошло күп йүнәлешле бәйләнештәр булдырыу тураһында барҙы.

Тәүге көн йомғаҡтары буйынса республика делегацияһы 60 КЗС-812, КЗС-10К, КЗС-1218, КЗС-3219КР иген комбайндары машина комплекттары һатып алыу тураһында килеште. Шулай уҡ «Башсельхозтехника» базаһында Минск трактор заводының сылбырлы «Беларус 2103» тракторын йыйыу планы ҡаралды. Был ниәтте хуплап, Башҡортостан Башлығы: “Беҙгә сылбырлы тракторҙар кәрәк. Сөнки республикала һөрөнтө ерҙәрҙең майҙаны 7 миллион гектарға етә”, - тип белдерҙе.

Автор:
Читайте нас