+7 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
8 Декабря 2021, 17:36

Һауа торошоноң һыуыныуы көтөлә

“Башгидромет” үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда 9−15 декабрҙә һауа торошоноң һыуыныуы һәм томан төшөүе ихтимал. Көндөң болотло булыуы, томан төшөүе, урыны менән көслө ел сығыуы, төндә бер аҙ епшек ҡар яуыуы көтөлә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Һауа торошоноң һыуыныуы көтөләҺауа торошоноң һыуыныуы көтөлә
Һауа торошоноң һыуыныуы көтөлә

“Башгидромет” үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда 9−15 декабрҙә һауа торошоноң һыуыныуы һәм томан төшөүе ихтимал. Көндөң болотло булыуы, томан төшөүе, урыны менән көслө ел сығыуы, төндә бер аҙ епшек ҡар яуыуы көтөлә. Юлдарҙа − ­томан, боҙлауыҡ, 500−1000 метрҙан күреү мөмкинлеге кәмей. Ошондай һауа торошонда ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе булдырмаҫ өсөн айырыуса водителдәргә юлдарҙа үтә лә һаҡ һәм иғтибарлы йөрөргә кәңәш ителә.

 Айырым райондарҙа һауа температураһы 11−17 градусҡаса һыуытасаҡ. Төндәрен термометр бағанаһы 20−23 градус һалҡынға тиклем төшөүе ихтимал. Ел көньяҡ-көнсығыштан секундына дүрт-һигеҙ метр тиҙлектә иҫә. Көндөҙ урыны менән секундына 10 метрға етеүе ихтимал.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас