+21 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
7 Декабря 2021, 12:40

Мифтахетдин Аҡмулланың 190 йыллығына һәм башҡорт теленә арналған саралар

8 декабрь Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың йәштәр бүлегендә күренекле мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың 190 йыллығына һәм башҡорт теле көнөнә арналған ”Аҡмулланың аҡ юлы” тигән әҙәби-шиғриәт кисәһе үтәсәк. Сараға Өфөнөң күп тармаҡлы профессиональ колледжы студенттары, ғалимдар, яҙыусылар саҡырылған.

Мифтахетдин  Аҡмулланың 190 йыллығына һәм башҡорт теленә арналған сараларМифтахетдин  Аҡмулланың 190 йыллығына һәм башҡорт теленә арналған саралар
Мифтахетдин Аҡмулланың 190 йыллығына һәм башҡорт теленә арналған саралар

8 декабрь Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың йәштәр бүлегендә күренекле мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың 190 йыллығына һәм башҡорт теле көнөнә арналған ”Аҡмулланың аҡ юлы” тигән әҙәби-шиғриәт кисәһе үтәсәк. Сараға Өфөнөң күп тармаҡлы профессиональ колледжы студенттары, ғалимдар,яҙыусылар саҡырылған.

Студенттар менән осрашыуға Аҡмулланың ижадын һәм тормошон өйрәнеүселәр, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты- тарих фәндәре кандидаты Әхәт Сәлихов, мәғрифәтсе хаҡындағы повесть авторы Фәнис  Янышев, “Инеш” китап нәшриәте директоры Гөлнара Белозерова киләсәк. Ул башҡорт мәғрифәтселәре хаҡында яңы китаптар менән таныштырасаҡ.

Сарала Аҡмулла хаҡында видеофильмдан өҙөктәр ҡарау,  шиғырҙар уҡыу ҡаралған,китап күргәҙмәһе ойошторола.

Кисә 13 сәғәттә башланасаҡ.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас