+2 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
7 Декабря 2021, 13:30

Өләсәй менән олатай өсөн – айырым вакцинация пункттары

Башҡортостанда 65 йәштән өлкәндәр өсөн айырым вакцинация пункттары үҙ эшен дауам итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өләсәй менән олатай өсөн – айырым вакцинация пункттарыӨләсәй менән олатай өсөн – айырым вакцинация пункттары
Өләсәй менән олатай өсөн – айырым вакцинация пункттары

Башҡортостанда 65 йәштән өлкәндәр өсөн махсуслаштырылған вакцинация пункттары үҙ эшен дауам итә. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Өлкәндәр хаҡында хәстәрлек” акцияһы сиктәрендә 28 октябрҙә асылған был пункттарҙа йәмғеһе 7928 кеше прививка яһатҡан.

«Айырым пункттар булдырыуҙың маҡсаты – оло йәштәгеләргә уңайлы шарттарҙа, күмәк халыҡ янында булмайынса, сиратһыҙ прививка эшләтеү мөмкинлеге биреү. Пандемия сигенмәй, һәм өлкәндәргә айырыуса ҙур хәүеф янай”, – ти “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫары Александр Мельников.

Бөгөн махсуслаштырылған вакцинация пункттары һәр ҡалала һәм районда тиерлек асылған. Мәҫәлән, Ишембай районында был пунктта 1372 пенсионер вакцина ҡаҙатҡан.

«Әлеге акцияға урындағы советтар депутаттары – “Берҙәм Рәсәй” партияһы фракцияһы ағзалары араһынан хәйриәселәр йәлеп ителде. Улар йыйған аҡсаға сәләмәтлек һәм шәхси гигиена тауарҙары һатып алына һәм 65 йәштән өлкәндәр өсөн ойошторолған вакцинация пункттарында “Һаулыҡ посылкаһы” итеп тапшырыла. Шулай уҡ “Беҙҙең хәстәрлек” ирекмәндәр үҙәге автоволонтерҙары ауыр хәрәкәтләнеүсе кешеләрҙе вакцианция пунктына алып килә”, – ти “Берҙәм Рәсәй”ҙең урындағы бүлексәһе башҡарма секретары Рәшиҙә Зиннәтуллина. Коронавирустан вакцина эшләткән пенсионерҙарға “Өлкәндәр хаҡында хәстәрлек” акцияһы осоронда 150 “Һаулыҡ посылкаһы”, антисептиктар һәм битлектәр менән 100 пакет таратылған, биш тонометр, ун бүләк, 10 аҙыҡ-түлек йыйылмаһы уйнатылған.

Прививка яһатырға яҙылыу һәм яҡындағы вакцинация пунктының адресын белеү өсөн “Беҙҙең хәстәрлек” колл-үҙәгенә эш көндәрендә иртәнге сәғәт туғыҙҙан киске алтыға тиклем түбәндәге телефон аша бушлай шылтыратырға мөмкин: 8-800-201-89-03.

Фото "Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк бүлексәһе сайтынан.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас