

“Башҡортостан Сәнәғәт Холдингы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт Благовещен ҡалаһында ярымфабрикаттар етештереү заводы төҙөүгә 668 миллион һум аҡса йүнәлтергә ниәтләй.
Кабель-үткәргестәр продукцияһы ҙур сәнәғәт һәм инфраструктура объекттарын төҙөүҙә һәм моденизациялауҙа киң ҡулланыла. Инвестор тулы етештереү циклын тәьмин итеү өсөн энергияны һаҡсыл тотонған заманса сит ил ҡорамалдарын һатып алырға ниәтләй. Проектты 2021 – 2027 йылдарҙа тормошҡа ашырыу планлаштырыла. Предприятиела 40 кеше эшкә урынлаштырыласаҡ.
Компания-инвестор "Благовещен" йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенең резиденты булып тора.