

7 декабрь «Uftanma» ижадханаһы төрлө диалектарҙа йырлаусы рок музыканттарҙы йыя.Уны башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, “Без Башҡортлар” төнъяҡ-көнбайыш башҡорттары хәрәкәте, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры ойоштора.
Сара башҡорт теленә арналған “Ете аҙым” тигән бер аҙналыҡ марафонды башлай. Концертта яңы рок-композициялар ҙа, шулай уҡ быға тиклем билдәле йырҙар ҙа буласаҡ. Сығыштар башҡорт теленең төрлө диалекттарында башҡарыла. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актерҙары Шәйехзада Бабич шиғырҙарын рока- аранжировкала башҡарасаҡ.
Ижадханала билдәле ҡурайсы Роберт Юлдашев һәм “Хаят- Исмаил” төркөмө сығыш яһаясаҡ.
Кисә 7 декабрь көнө “Премьер” кафеһында, 19 сәғәттә башлана. Адресы, Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 62 йорт.