+21 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
7 Декабря 2021, 03:30

"Башҡорттарым, уҡыу кәрәк..."

Бөгөн 14 декабрҙә билдәләнгән Башҡорт теле көнө һәм бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыу айҡанлы Башҡорт теле аҙналығы марафоны башлана.

"Башҡорттарым, уҡыу кәрәк...""Башҡорттарым, уҡыу кәрәк..."
"Башҡорттарым, уҡыу кәрәк..."

Бөгөн 14 декабрҙә билдәләнгән Башҡорт теле көнө һәм бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыу айҡанлы Башҡорт теле аҙналығы марафоны башлана.

Саралар, «Ете аҙым» концепцияһына берләштерелә һәм бөйөк Аҡмулланың «Нәсихәттәр»ендә билдәләнгән ете рухи ҡиммәткә таянып тормошҡа ашырыла. 

Һәр көн бер төшөнсәгә бағышлана: 7 декабрь – «Башҡорт теле – иманлы тел», 8 декабрь – «Башҡорт теле – күңелем көҙгөһө», 9 декабрь – «Башҡорт теле – аҡыл теле», 10 декабрь – «Башҡорт теле – шөкөр тел», 11 декабрь – «Башҡорт теле – әҙәпле тел», 12 декабрь «Башҡорт теле – сабырлыҡ теле», 13 декабрь – «Башҡорт теле – ихлас тел».

Аҙналыҡтың төп саралары:

– «Без башҡортлар» рок-башҡарыусылары ҡатнашлығындағы кисә;

- «М.Аҡмулланың аҡ юлы» әҙәби кисәһе;

- әүҙем башҡорт йәштәре өсөн «Йомробаш» интеллектуаль уйыны;

- Башҡортостандың милли инновация мәктәптәре директорҙары форумы;

- «Телгә бәйле... » старт-сессияһы; 

- Ғафури районында Жәлил Кейекбаевҡа бюст асыу һәм «Дан юлдар үткән уҙамандар» тигән темаға түңәрәк өҫтәл;

- Башҡортостан Башлығы грантына башҡорт телендә «Кубоктар лигаһы» КВН финалы;

- башҡорт телендә «Әсәм теле – сәсән теле» шиғри бәйгеһе;

- Аҡмулланың 190 йыллығына арналған байрам концерты.

14 декабрҙә Аҡмулла һәйкәленә сәскәләр һалыу, башҡорт мәғрифәтсеһе стипендиаттарына дипломдар тапшырыу, «Тамға» башҡорт милли кейеме оҫталарының халыҡ-ара конкурсы, «Башҡорт теле – яңы ҡараш» башҡорт телен популярлаштырыу һәм үҫтереү проекттары менән таныштырыу, йәштәр өсөн «Ритайым», һәр районда башҡорт теле кисәләре ойошторола.

 

Автор:
Читайте нас